1. “Башҡорт теле көнө”нә старт бирелде.

“Башҡорт теле көнө”нә старт бирелде.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хабиров Указына ярашлы  14 декабрь - Башҡорт теле көнө. Быйылғы йылда  М. Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл булыуға бағышлана. Ошо айҡанлы бөгөндән республикабыҙҙың бөтә белем биреү учреждениеларында башҡорт телен һаҡлауға бағышланған  акциялар үткәрелә башланы. 7 декабрҙән алып 14 декабргә тиклем һәр көн Аҡмулланың  бер нәсихәт төшөнсәһен асып биреүгә бағышлана һәм был акция “7 аҙым” тип атала.

       Беҙҙең Ишҡар урта мәктәбе лә был акцияға ихлас ҡушылды. Ошо уңайҙан бөгөн, йәғни 7 декабрҙә, уҡыусылар әҙерлек эштәренең барышы менән танышты, үтәсәк сараларҙы барланы, яуаплы кешеләр билдәләнде.

       5-се класс уҡыусылары М. Аҡмулла тураһында мәғлүмәт алды.  Шулай уҡ регион ара “Солтангәрәй уҡыуҙары” на әҙерлек дауам ителде.

Г.М. Саҙретдинова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы 
Скачать (Размер 93 Kb) Тип файла: jpeg

Приложения

WhatsApp Image 2021-12-07 at 15.10.00

Скачать (Размер 49 Kb) Тип файла: jpeg

WhatsApp Image 2021-12-07 at 15.10.43

Скачать (Размер 105 Kb) Тип файла: jpeg