Башҡорт теле – күңелем көҙгөһө. Аҙналыҡтың икенсе көнө ошо девиз аҫтында үтте. Уҡыусылар, уҡытыусылар нимә ул “күңел”, “күңел көҙгөһө” тигән төшөнсәләргә яуап эҙләне. 8-се класс уҡыусылары ҡатнашлығында “Мин таҙа тел яҡлы!” тигән түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Улар М. Аҡмулланың ижады менән танышты, шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Сара аҙағында бер-береһенә саф башҡорт һүҙҙәрен генә ҡулланып, изге теләктәр яҙылған сәскәләр бүләк иттеләр. М. Аҡмулла шиғырҙарын уҡыу республика марафонына ҡушылып, мәктәп коллективы шағирҙың “Нәсихәттәр” шиғырын яттан һөйләне. Бына шулай матур, мәғәнәле һәм йөкмәткеле үтте бөгөнгө көнөбөҙ. Г.М. Саҙретдинова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Аҙналыҡтың икенсе көнө ошо девиз аҫтында үтте. Уҡыусылар, уҡытыусылар нимә ул “күңел”, “күңел көҙгөһө” тигән төшөнсәләргә яуап эҙләне. 8-се класс уҡыусылары ҡатнашлығында “Мин таҙа тел яҡлы!” тигән түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Улар М. Аҡмулланың ижады менән танышты, шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Сара аҙағында бер-береһенә саф башҡорт һүҙҙәрен генә ҡулланып, изге теләктәр яҙылған сәскәләр бүләк иттеләр.
М. Аҡмулла шиғырҙарын уҡыу республика марафонына ҡушылып, мәктәп коллективы шағирҙың “Нәсихәттәр” шиғырын яттан һөйләне.
Бына шулай матур, мәғәнәле һәм йөкмәткеле үтте бөгөнгө көнөбөҙ.
Г.М. Саҙретдинова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.