Мин әкиәт яратам
“Ете аҙым” марафоны аҙағына яҡынлашты һәм бөгөн һуңғы көн “Башҡорт теле – ихлас тел” девизы аҫтында үтте. “Мин әкиәт яратам” тигән тематик көн итеп алдыҡ беҙ уны. Башланғыс класс уҡыусылары төрлө халыҡ әкиәттәрен уҡып, оҡшағандарына иллюстрация эшләп алып килде.
Әғләмова Азалия, Шәймөхәмәтова Зирина, Ғиләжева Азалия, Ғәниева Гүзәл менән Алһыу яттан әкиәт һөйләп, сәсән телле, бай рухлы уҡыусылар икәнлеген күрһәттеләр.
Әйе, әкиәттәр беҙҙе яҡшыны ямандан айырырға өйрәтә, әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләрен төшөндөрә. Беҙҙең уҡыусыларыбыҙ ҙа киләсәктә илебеҙгә файҙалы шәхестәр булып үҫерҙәр тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Г.М. Саҙретдинова