Дни башкирского языка
14 декабря согласно указу Главы Республики Башкортостан отмечается День башкирского языка. Праздник приурочен ко дню рождения выдающегося башкирского просветителя Мифтахетдина Акмуллы.
Концепция предполагает организацию мероприятий с 7 по 14 декабря 2025 года в рамках марафона «Семь шагов» («Ете аҙым»), построенного на основании «Назиданий» («Нәсихәттәр») башкирского поэта и просветителя М.Акмуллы. Мероприятия каждого дня наполнены содержанием, соответствующим нравственным качествам человека, воспеваемым просветителем. Запланированы интересные мероприятия с целью популяризации башкирского языка как государственного языка Республики Башкортостан.
«Ете аҙым» марафоны (7 шагов к познанию языка, ценностей башкирской души)
- 7 декабря первый шаг «вера» — «иман»
- 8 декабря второй шаг «душа» — «куңел»
- 9 декабря третий шаг «ум, мудрость» — «аҡыл»
- 10 декабря четвертый шаг «благодарность» — «шөкер»
- 11 декабря пятый шаг «порядочность» — «әҙәп»
- 12 декабря шестой шаг «терпение» — «сабыр»
- 13 декабря седьмой шаг «искренность, душевность» — «ихлас»
“Башҡорт теле көнө”нә старт бирелде.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хабиров Указына ярашлы 14 декабрь - Башҡорт теле көнө. Быйылғы йылда М. Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл булыуға бағышлана. Ошо айҡанлы бөгөндән республикабыҙҙың бөтә белем биреү учреждениеларында башҡорт телен һаҡлауға бағышланған акциялар үткәрелә башланы. 7 декабрҙән алып 14 декабргә тиклем һәр көн Аҡмулланың бер нәсихәт төшөнсәһен асып биреүгә бағышлана һәм был акция “7 аҙым” тип атала.
Беҙҙең Ишҡар урта мәктәбе лә был акцияға ихлас ҡушылды. Ошо уңайҙан бөгөн, йәғни 7 декабрҙә, уҡыусылар әҙерлек эштәренең барышы менән танышты, үтәсәк сараларҙы барланы, яуаплы кешеләр билдәләнде.
5-се класс уҡыусылары М. Аҡмулла тураһында мәғлүмәт алды. Шулай уҡ регион ара “Солтангәрәй уҡыуҙары” на әҙерлек дауам ителде.
Г.М. Саҙретдинова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһыБашҡорт теле – күңелем көҙгөһө.
Аҙналыҡтың икенсе көнө ошо девиз аҫтында үтте. Уҡыусылар, уҡытыусылар нимә ул “күңел”, “күңел көҙгөһө” тигән төшөнсәләргә яуап эҙләне. 8-се класс уҡыусылары ҡатнашлығында “Мин таҙа тел яҡлы!” тигән түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Улар М. Аҡмулланың ижады менән танышты, шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Сара аҙағында бер-береһенә саф башҡорт һүҙҙәрен генә ҡулланып, изге теләктәр яҙылған сәскәләр бүләк иттеләр.
М. Аҡмулла шиғырҙарын уҡыу республика марафонына ҡушылып, мәктәп коллективы шағирҙың “Нәсихәттәр” шиғырын яттан һөйләне.
Бына шулай матур, мәғәнәле һәм йөкмәткеле үтте бөгөнгө көнөбөҙ.
Г.М. Саҙретдинова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
“Ете аҙым” марафоны дауам итә
Аҙналыҡтың сираттағы көнө “Башҡорт теле – аҡыл көнө” тип аталып, халыҡ ауыҙ-тел ижадына бағышланды. 5-7 класс уҡыусылары “Иң күп мәҡәл белеүсе” исеменә көрәште. Ә башланғыс кластар башҡорт халҡының балалар уйындары менән танышты. Уларға бигерәк тә “Ҡапҡам асыҡ, кер тиҙерәк!”, “Йөҙөк һалыш”, “Исемеңде әйт”, “Йәшерәм яулыҡ” уйындары оҡшаны. Кескәйҙәр һәр уйында ихлас ҡатнашты. Әкиәттәр уҡыны, “Нимә ул яҡшы? Нимә ул насар?” тигән һорауҙарға яуап эҙләне.
Балалар башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады менән танышып, бик күп мәғлүмәт алды, күңел донъяһын байытты.
Г.М. Саҙретдинова
Әкиәттә ҡунаҡта.
Әкиәт – халыҡ ижадында тылсымлы көстәр, сихырсылар ҡатнашлығында барған төрлө уйҙырма ваҡиғаларға ҡоролған, телдән һөйләнә торған әҫәр. Балаларҙың иң яратҡан жанры булыуын иҫәпкә алып, аҙналыҡтың бөгөнгө көнөн төрлө халыҡ әкиәттәрен өйрәнеүгә бағышланыҡ. Балалар тыңлап ҡына ҡалманы, үҙҙәре лә рольгә кереп, тасуири уҡыу оҫталыҡтарын һынап ҡараны. Бер-береһенә баһа бирҙеләр, хаталарын төҙәттеләр.
Әкиәт көнө Ишҡар ауыл клубында “Йомро икмәктең яңыса мажаралары” тигән тамаша ҡарау менән тамамланды.
Был көн балалар күңеленә хуш килде.
Г.М.Саҙретдинова
Мин әкиәт яратам
“Ете аҙым” марафоны аҙағына яҡынлашты һәм бөгөн һуңғы көн “Башҡорт теле – ихлас тел” девизы аҫтында үтте. “Мин әкиәт яратам” тигән тематик көн итеп алдыҡ беҙ уны. Башланғыс класс уҡыусылары төрлө халыҡ әкиәттәрен уҡып, оҡшағандарына иллюстрация эшләп алып килде.
Әғләмова Азалия, Шәймөхәмәтова Зирина, Ғиләжева Азалия, Ғәниева Гүзәл менән Алһыу яттан әкиәт һөйләп, сәсән телле, бай рухлы уҡыусылар икәнлеген күрһәттеләр.
Әйе, әкиәттәр беҙҙе яҡшыны ямандан айырырға өйрәтә, әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләрен төшөндөрә. Беҙҙең уҡыусыларыбыҙ ҙа киләсәктә илебеҙгә файҙалы шәхестәр булып үҫерҙәр тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Г.М. Саҙретдинова