1. Ученикам
  2. Новости
  3. Мәңге йәшә, туған телем!

Мәңге йәшә, туған телем!

Декабрь 17, 2018 Просмотров: 188

10 декабрҙән 15 декабргә ҡәҙәр мәктәптә туған телдәр аҙналығы үткәрелде. Аҙналыҡ барышында көн һайын үткәрелеп торған саралар балаларға туған телебеҙҙең моңон, көйөн, һутын, тәмен татырға ярҙам итте.

Уҡыусылар аҙналыҡ барышында башҡорт һәм татар теленән күмәк диктант яҙҙы, “Ҡыш” темаһына үҙҙәре шиғыр ижад итте, Башҡортостан Гимнын ятлап, флешмоб итеп һөйләне, “Урал батыр” эпосынан өҙөктәр, әкиәттәр ятланы. “Туған телем – иркә гөлөм” тигән класс сәғәтендә Илнара Ризуанованың татар телендә матур итеп “Урал батыр”-ҙан өҙөк һөйләүен уҡыусылар яратып тыңланы. 2-се класс уҡыусыһы Азалия Ғиләжева ла, тәү тапҡыр ғына тамашасы алдына сыҡһа ла, “Аҡ тауыҡ ниңә себешһеҙ ҡалған?” тигән башҡорт халыҡ әкиәтен бик матур һөйләне.

Шулай уҡ 11 декабрҙә "Башҡорт теле көнө" Республика слетына Интернет-конкурсында еңеүселәрҙе, тел буйынса олимпиада, конкурстарҙа уңыштарға ирешкән һәләтле балаларҙы Конгресс-Холлға йыйып, Ҡоролтай ҙур байрам яһаны. Ошондай күләмле сарала беҙҙең мәктәптән Илнара Ризуанованың да ҡатнашыуы оло мәртәбә булды. Ул “Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ...” тип исемләнгән иншалар конкурсында 3-сө урын яулап, ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнде.

Аҙна барышында уҡыусылар әүҙем булдылар, һәр сарала теләп ҡатнаштылар.

Учитель башкирского языка и литературы Садретдинова Г.М.