Ринат Хәйри иҫтәлегенә
19 ғинуарҙа, билдәле башҡорт шағиры, публицист, прозаик, Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты Ринат Хәйригә 70 йәш тулыр ине. Ул Илеш районының Үрмәт ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1969-1974 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый. Уҡыуын тамамлағас, Ринат Хәйри тыуған яғына ҡайта, уны Тыпый һигеҙ йыллыҡ мәктәбе директоры итеп эшкә ебәрәләр. Тиҙҙән «Маяҡ» район гәзитенә бүлек мөдире итеп эшкә саҡыралар. Ике тиҫтә йыл ғүмерен Р.Хәйри журналистикаға арнай. “Ҡорбан” поэмаһы һәм “Эҙләйем һине” шиғырҙар йыйынты өсөн Ринат Хәйри Ғәлимов Сәләм исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты була.1990 йылдың 5 сентябрендә Ринат Хәйри вафат була.
Ошо көндәрҙә республикабыҙ һәм районыбыҙҙа, мәктәптәрҙә уны иҫкә алыу саралары үтә.
Беҙҙең мәктәп уҡыусылары ла шағирҙың тормош юлын, ижадын өйрәнеп, яҡташыбыҙға тәрән хөрмәтен күрһәтте. 5-се класс уҡыусылары “Ташбаҡа”, “Йәйәүле буран”, “Балыҡта”, “Айыуға оҡшағас” шиғырҙарын яттан тасуири итеп һөйләп күрһәттеләр, 9-сы кластар ижадына байҡау яһанылар. Шулай уҡ 5-7-се класс уҡыусылары, Р.Хәйри шиғырҙарына иллюстрация эшләп, күргәҙмә лә ойошторҙолар.
Ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә бай мираҫ ҡалдырған шағирҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Яҡташыбыҙҙың йәшәүгә көс бирә торған, гүзәллек, матурлыҡ хистәре тәрбиәләгән шиғырҙары беҙҙең күңелдәрҙән мәңге юйылмаҫ.
Г. Саҙретдинова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.