1. Ученикам
  2. Новости
  3. Башҡорт теле йылына старт бирелде

Башҡорт теле йылына старт бирелде

Февраль 11, 2020 Просмотров: 93

Мәғлүм булыуынса, 2020 йыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан Башҡорт теле йылы тип иғлан ителде. Төп маҡсат – башҡорт телен популярлаштырыу һәм республикала һәм башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә уны уҡытыу шарттарын төрлө кимәлдә яҡшыртыу, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһында башҡорт теленең дәүләт теле булараҡ ҡулланыу даирәһен киңәйтеү. Һәр ай билдәле бер тема аҫтында үтәсәк. Мәҫәлән, ғинуарҙың темаһы – “Башҡорт теле – дәүләт теле” итеп билдәләнһә, февраль иһә “Башҡорт теле – заманса тел” темаһына арналасаҡ.

Ишҡар урта мәктәбе уҡыусылары был тәҡдимде хуплап ҡаршы алды һәм 10 февраль көндө рәсми рәүештә  Башҡорт теле йылына старт бирелде. 6-сы класс уҡыусылары башҡорт теле тураһында шиғырҙар һөйләне, йыр башҡарҙы. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Саҙретдинова Гүзәл Мөнәүир ҡыҙы мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары араһында фераль айына “Башҡорт телен иң яҡшы белеүсе” конкурсын иғлан итте. Конкурсанттар хаталы алтаҡталарҙы фотоға төшөрөп, ниндәй төҙәтмәләр индерергә кәрәклеген билдәләргә тейеш. Йомғаҡ март айында яһалып,  еңеүселәр билдәләнәсәк.

Башҡорт теле йылы беҙҙең мәктәптә төрлө сараларға бай булыр һәм һөҙөмтәле үтер тигән өмөттә ҡалабыҙ.

Г.М.Саҙретдинова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы