1. Ученикам
  2. Новости
  3. Музей – тарихты һаҡлаусы усаҡ

Музей – тарихты һаҡлаусы усаҡ

Февраль 18, 2020 Просмотров: 223

Музей – үткән менән бөгөнгөнө бәйләгән, киләсәккә юл һалған, тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлаған изге урын, рухи аҙыҡ биргән мәҙәни усаҡ ул. Унда тупланған экспонаттар, материалдар үткәндәрҙең иҫтәлеген һаҡлай. Музейҙың тәғәйенләнеше лә тап тарихты һәм халыҡтың йөҙөн, йәшәйешен сағылдырған ҡомартҡыларҙы йыйыу, һаҡлау һәм мираҫ итеп киләһе быуындарға тапшырыуҙан тора ла инде.  

Беҙҙең Ишҡар ауылы мәҙәниәт йортонда ла тыуған яҡты өйрәнеү музейы эшләп килә. Ул ауылдың тарихын сағылдырған, тәбиғи, этнографик (ретро-мөйөш) ҡомартҡылар (экспонаттар), фотоһүрәттәр менән байытылған өс бүлектән тора. Боронғо туҡыу станогы, кәрәсин лампаһы, киркә, ураҡ,  башҡа төрлө эш ҡоралдары һәм башҡалар – быларҙың барыһында ла тарих һаҡлана. 

Илеш районы төҙөлөүгә 85 йыл тулыу һәм республикабыҙҙа Башҡорт теле йылы уңайынан бер төркөм уҡыусылар менән 18 февралдә Ишҡар ауылы музейында бик матур сара үтте. Уҡыусыларға башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Г.М.Саҙретдинова район тарихы, күренекле кешеләре тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Клуб директоры Лена Ғәлиева мәҙәниәт темаһына туҡталып, яҡташ артистарыбыҙ  менән таныштырҙы. Р.Хәйри һүҙҙәренә Р.Рәхимов ижад иткән “Ап-аҡ ҡалас ҡуя Илешем” йырын башҡарҙы.

Музейҙа сәйәхәт барышында уҡыусылар булған экспонаттарҙы үҙ ҡулдары менән тотоп ҡарап, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап алдылар. Был осрашыу улар күңелендә яҡты иҫтәлек булып ҡалыр тип ышанабыҙ.

Г. Саҙретдинова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы