Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант үтте
Күләмле сара тәүге тапҡыр онлайн-форматта ойошторолдо. Тура эфир иртәнге сәғәт 11-ҙә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында башланды. Шулай уҡ ул «Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды», «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы»ның социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләре, ютуб-каналдарында күрһәтелде.
Диктант яҙырға теләүселәр иң тәүҙә акцияның рәсми сайтында теркәү үтте. Беҙҙең Ишҡар мәктәбенән дә иллегә яҡын кеше алдан теркәлде. Халыҡ-ара сарала уҡыусылар, уларҙың атай-әсәйҙәре, өләсәйҙәре, уҡытыусылар һәм балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре актив ҡатнашты.
Әйткәндәй, быйыл башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант беренсе тапҡыр республиканың төп телеканалы эфирында үтте һәм ул өс диктор уҡыуында барҙы. Башҡа йылдарҙан айырмалы, телде яҡшы белеүселәрҙән тыш, яңы өйрәнә башлаусылар ҙа, төньяҡ-көнбайыш диалектта һөйләшеүселәр ҙә белем кимәлен тикшерҙе.
Диктант тамамланғас, һәр кем үҙенең ҡағыҙын фотоға төшөрөп, акцияның сайтына шәхси кабинет аша ебәрҙе.